Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 16:40

ЯҢЫ УҠЫУ ЙЫЛЫНДА НИСЕК УҠЫЯСАҠБЫҘ?

Яңы уҡыу йылында белем усаҡтарында медицина инспекторҙары барлыҡҡа киләсәк...

Яңы уҡыу йылында белем усаҡтарында медицина инспекторҙары барлыҡҡа киләсәк, улар тәүге аҙнала битлек кейеүҙе, социаль дистанцияны, бина эсендә дезинфекция үткәрелеү-үткәрелмәүен контролгә аласаҡ.
Инспектор эшен медицина учреждениелары студенттары үтәйәсәк. Был хаҡта республиканың Премьер-министры Андрей Назаров "Милләт һаулығы--Рәсәйҙең сәскә атыу нигеҙе" Бөтә Рәсәй форумында белдерҙе.
"Беҙҙә 2000-дән ашыу мәктәп. Уларҙа вирустың таралыуын теләмәйбеҙ. Балалар симптомһыҙ ауырый, улар уҡытыусы, мәктәп хеҙмәткәрҙәре менән контактҡа инә, шуға вирус таралыуы ихтимал",--ти ул.
Фото интернеттан.