Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 18:40

УТ МЕНӘН ҺАҠ БУЛЫҒЫҘ!

Бөгөн Сибай ҡалаһында тандырҙа икмәк бешереү кибете янып китте.


“Уттың һәм һыуҙың ҡойроғо юҡ”, тип юҡҡа әйтмәйҙәр: ялҡын яландарҙы ла, урмандарҙы ла, кешеләрҙең торлағын да аямай. Уттан һаҡланыуҙың бер генә юлы бар – ул да булһа хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен боҙмау.
Бөгөн Сибай ҡалаһында тандырҙа икмәк бешереү кибете янып китте. Хоҡуҡ һаҡлау органдары янғын хеҙмәте менән берлектә сәбәбен асыҡлар...
Беҙҙең бурыс һеҙҙе иғтибарлы булырға саҡырыу! Хәүефһеҙлек ҡағиҙәләрен үтәгеҙ. Электр сымының төҙөклөгөн, мейес ҡыҙыулығын һәр саҡ күҙәтеп тороғоҙ.
Ҡырҙа усаҡ ҡалдырмағыҙ, тәмәке төпсөгө ташламағыҙ. Һәр ерҙә ут ҙур хәүеф тыуҙыра. Һаҡ булығыҙ.