Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 11:02

Персональ мәғлүмәттәр нисек һаҡлана?

Шәхси мәғлүмәттәр сит кешегә бирелгән осраҡта 75 мең һум штраф ҡаралған. Әлегә был иң юғары сумма.

Рәсәй Президенты Владимир Путин элемтә, мәғлүмәт технологиялары һәм киң коммуникациялар өлкәһендә күҙәтеү федераль хеҙмәт башлығы Андрей Липов менән осрашты.
Осрашыу барышында персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса ведомство эшмәкәрлеге, тыйылған контентты асыҡлау, элемтә селтәрҙәрен үҫтереү мәсьәләләре хаҡында фекер алыштылар. Андрей Липов ил етәксеһенә ведомство хеҙмәте эшмәкәрлеге, килеп сыҡҡан проблемалар тураһында ла ентекле һөйләне:
– Персональ мәғлүмәттәрҙе һаҡлау буйынса етди эш алып барырға, уны тамырынан үҙгәртеү өсөн ҡануниәткә лә үҙгәрештәр индерергә кәрәк. Мәҫәлән, шәхси мәғлүмәттәр сит кешегә бирелгән осраҡта 75 мең һум штраф ҡаралған. Әлегә был иң юғары сумма. Шулай ҙа, уның файҙаһы күҙгә күренә. Бынан тыш 2019 йылда 531 мең тыйылған мәғлүмәт юҡҡа сығарылды. Тәү сиратта 208 мең экстремистик һәм террористик ойошмалар таратҡан мәғлүмәт юҡ ителде. Әлеге көндә биометрик мәғлүмәттәрҙе һаҡлау өлкәһендә эштәр алып барыла. Был белешмәләр йыйылған ойошмаларға бигерәк тә һаҡ булырға кәрәк,-тине күҙәтеү федераль хеҙмәт башлығы.
#ВВПУТИН
Читайте нас: