Быйыл “Торлаҡ һәм ҡала мөхите” милли проекты һәм “Башҡорт ихаталары” республика программаһына ярашлы Баймаҡ ҡалаһында ике биләмә төҙөкләндерелә.
Ҡаланың Юбилей урамының, 3-сө, Әлибаев урамының 53-сө, 57-се күп ҡатлы йорттарының ихаталары күркәм төҫ аласаҡ. Әлеге көндә биләмәләргә асфальт һалынып, юл ситтәренә бордюр ҡуйыла. 1 сентябргә ҡәҙәр яҡтыртыу эштәре тамамланып, эскәмйәләр, ҡый һауыттары урынлаштырыласаҡ. Шулай уҡ резина япмалы хәүефһеҙ балалар майҙансығы ла ҡалҡып сығасаҡ.
--Был йорттарҙың ихаталары күптән яңыртыуҙы талап итә ине. Милли проект сиктәрендә республика программаһында ҡатнашыу мөмкинлеге тыуғас, йорттарҙа йәшәүселәр беҙҙең башланғысты хупланы. Балалар, спорт майҙансыҡтары, автомобилдәр өсөн туҡталҡа, клумба, газонлы ял итеү урындары—барыһы ла халыҡҡа уңайлы йәшәү шарттары тыуҙырыу өсөн эшләнә,--ти Баймаҡ районы хакимиәте башлығы урынбаҫары Ринат Рәхимғолов.
#нацпроекты#миллипроекттар