АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
12 Август 2020, 18:20

ҠАЙҘА КОВИД-СИРЛЕЛӘР КҮБЕРӘК?

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ковид йоҡтороусылар һаны 7162-гә еткән. Шуның 35-е яңы осраҡ.

Башҡортостандың Һаулыҡ һаҡлау министрлығы хәбәр итеүенсә, бөгөн республикала ковид йоҡтороусылар һаны 7162-гә еткән. Шуның 35-е яңы осраҡ.
Коронавирус инфекцияһына бәйле диагнозлы пациенттарҙың иң күбеһе Өфөлә - 2769 кеше. Икенсе урында - Нефтекамск, 516 сирле. Бәләбәй районында 316 кеше ауырый, Туймазыла - 304 кеше. Стәрлетамаҡта 297 кеше ковид йоҡторған.
Процентҡа бүлеп ҡарағанда, сирлеләрҙең 59 проценты - ҡалала, 41 проценты - ауылда.
Һуңғы тәүлектә Өфө һәм Салауат ҡалаһында яңы 6 осраҡ теркәлгән, Бәләбәйҙә - 3, Иглин, Кушнаренко, Мәләүез, Туймазы райондарында һәм Стәрлетамаҡ ҡалаһында - 2, башҡа райондарҙа 1-әр яңы осраҡ.
Һаҡланығыҙ! Ҡағиҙәләрҙе үтәгеҙ!