Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 13:15

ЮБИЛЕЙ САРАҺЫНА ӘҘЕРЛЕК БАШЛАНДЫ

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022 йылда 100 йыл туласаҡ. Ошо уңайҙан юбилей сараларына әҙерлек башланды.

Бөйөк Ватан һуғышында ҡатнашҡан хәрби хеҙмәткәр, осоусы-штурмовик, гвардия полковнигы, ике тапҡыр Советтар Союзы Геройы Муса Гәрәевтың тыуыуына 2022 йылда 100 йыл туласаҡ. Ошо уңайҙан юбилей сараларына әҙерлек башланды. Был хаҡтағы Указына республика Башлығы Радий Хәбиров 5 август ҡул ҡуйҙы.
Муса Ғaйса улы Гәрәев 1922 йылдың 9 июлендә Башҡорт АССР-ының Бәләбәй кантоны (хәҙерге Башҡортостан Республикаһы Илеш районы) Иләкшиҙе ауылында башҡорт крәҫтиәне ғаиләһендә тыуған. Милләте —башҡорт.
Ете йәше тулғанда ғаиләһе менән күрше Ташшишмә ауылына күсә, ә 1937 йылда күрше Бишҡурай ете йыллыҡ мәктәбен тамамлай.
1939-1940 йылдарҙа Өфөлә Тимер юл халыҡ комиссариаты техникумында уҡый. Бер үк ваҡытта Өфө аэроклубында шөғөлләнә. 1940 йылдың йәйендә тәүге осоштар яһай.
1940 йылдың 15 декабрендә Ҡыҙыл Армияға алына. 1942 йылда Энгельс хәрби авиация мәктәбен тамамлай.
1942 йылдың сентябренән Бөйөк Ватан һуғышының Сталинград фронтында 26-сы штурмлау авиация дивизияһы составында хеҙмәт итә, шул уҡ йылдың 11 декабрендә Ил-2 самолётында тәүге хәрби осош яһай. 1943 йылдың февраленә ҡарай 11 хәрби осош яһай, «Батырлыҡ өсөн» һәм «Сталинградты обороналау өсөн» миҙалдары менән бүләкләнә].
Артабан Көньяҡ, 4‑се Украина һәм 3‑сө Белоруссия фронттарында 944-се штурмлау авиация полкында сержант званиеһында осоусы-штурмовик, 76-сы гвардия штурмлау авиация полкында звено, эскадрилья командиры булып хеҙмәт итә. 1944 йылдан 3‑сө Белоруссия фронтында 1‑се һауа армияһы 1‑се гвардия штурмлау авиация дивизияһы 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны, 1945 йылдан — гвардия майоры булып хеҙмәт итә. Сталинград янындағы, Донбасс, Ҡырым, Белоруссия, Польша, Германиялағы һуғыштарҙа ҡатнаша.
1944 йылдың авгусына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия капитаны Муса Гәрәев 164 хәрби осош яһай, күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 23 февралдәге Указына ярашлы, Ленин ордены һәм «Алтын Йондоҙ» миҙалы менән бергә Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
1945 йылдың мартына ҡарай 76‑сы гвардия штурмлау авиация полкының эскадрилья командиры гвардия майоры Муса Гәрәев 207 хәрби осош яһай, күрһәткән батырлыҡтары һәм ҡаһарманлыҡтары өсөн, СССР Юғары Советы Президиумының 1945 йылдың 19 апрелендәге Указына ярашлы, икенсе тапҡыр Советтар Союзы Геройы исеменә лайыҡ була.
Һуғыш тамамланған осорҙа майор званиеһында полк штурманы була, 250-гә яҡын хәрби осош яһай. Мәскәүҙә 1945 йыл 24 июнендә үткәрелгән Еңеү Парадында ҡатнаша.
1946-1948 йылдарҙа Хәрби-транспорт авиация берләшмәһенең эскадрилья командиры урынбаҫары, 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә. 1951 йылда Мәскәүҙәге М. В. Фрунзе исемендәге Хәрби академияны тамамланғандан һуң, 1957 йылға ҡәҙәр 4-се махсус тәғәйенләнештәге авиацияның полк командиры вазифаһын үтәй.
1959 йылда СССР Ҡораллы Көстәре Генераль штабының Хәрби академияһын тамамлай. 1959-1964 йылдарҙа 2-се махсус тәғәйенләнештәге авиация дивизияһы командиры урынбаҫары булып хеҙмәт итә.
1964 йылда һаулығы насарайыу сәбәпле отставкаға сыға. 1965-1977 йылдарҙа ДОСААФ-тың Башҡортостан өлкә комитеты рәйесе вазифаһын үтәй. Башҡортостанда спорттың хәрби-техник төрҙәрен үҫтереүгә ҙур өлөш индерә.
СССР Юғары Советының 2-4‑се саҡырылыш, Башҡорт АССР-ы Юғары Советының 7-9‑сы саҡырылыш депутаты.
1987 йылдың 17 сентябрендә Өфөлә вафат була. Баш ҡаланың Еңеү паркында ерләнә.
Читайте нас: