Бөтә яңылыҡтар
Новости
11 Август 2020, 16:05

Ямғыр булмаһа ла, күп булһа ла ҡыйын

Республика ҡала-райондарында йәшенле ҡойма ямғырҙар, урыны менән боҙборсаҡ яуыуы, көслө ел сығыу осраҡтары дауам итә. Ошо көндәрҙә Йылайыр районының Юлдыбай ауылында көслө яуым, боҙборсаҡ үткән.Ауыл уртаһынан аҡҡан Ҡара Көрән йылғаһы ташып, тирә-яғындағы йорт-ҡуралар ныҡ зыян күргән.

--Кисә ташҡын эҙемтәләрен бөтөрөү буйынса ауылда өмә ойошторолдо. Ошо сарала ҡатнашҡан егеттәребеҙгә ҙур рәхмәтебеҙҙе еткерәбеҙ! Һеҙгә тик уңыштар, һаулыҡ, оҙон ғүмер, ғаилә бәхете теләйбеҙ!—тип яҙҙы социаль селтәрҙә ауыл биләмәһе башлығы.
Етәксе шулай уҡ хөрмәтле ауылдаштарын алдағы көндәрҙә Ҡара Көрән, Һаҡмар йылғалары буйын таҙалау буйынса ойоштороласаҡ күмәк сараларҙан ситтә ҡалмаҫҡа саҡырҙы.