Рәсәй Президенты Владимир Путин 2020-2021 йылдарҙа көҙгө-ҡышҡы эпидемия миҙгеленә һаулыҡ һаҡлау системаһының әҙерлеге тураһындағы кәңәшмәлә халыҡтың 60%-ына, шулай уҡ хәүеф төркөмөнә ингән рәсәйлеләрҙең 75%-ына грипҡа ҡаршы вакцинация финансланыласағы тураһында хәбәр итте.
Ил башлығы Рәсәй министрҙар кабинетына 2021-2023 йылдарға иҫәпләнгән федераль бюджетты, илдәге хәлде күҙ уңында тотоп, яңынан ҡарау кәрәклеге тураһында ла иҫкәртте. Бында тәү сиратта медицина ойошмаларын ҡорамалдар, медицина тауарҙары, шул иҫәптән тест-системалары, шәхси һаҡланыу саралары, профилактик саралар өсөн кәрәкле антисептик һәм дезинфекциялау әйберҙәре, коронавирус инфекция менән көрәшеү өсөн заманса препараттар алыуҙы тәьмин итеү кәрәклеген белдерҙе.