Сибай ҡалаһында йәшәүсе ир экстремистик материалдар таратыуҙа ғәйепләнде һәм уға штраф һалынды.
Прокуратура тикшереүе мәлендә асыҡланыуынса, 29 йәшлек ир үҙ фатирында экстремистик материалдарҙың федераль исемлегенә ҡараған 3 китап һаҡлаған. Ә был Рәсәй Федерацияһында тыйыла. Шуға ла прокуратура иргә ҡарата административ эш асты. Һөҙөмтәлә, китаптар юҡ ителеү өсөн тартып алынды, 1 мең һум штраф һалынды.
Фәнил Мортаев, Сибай ҡалаһы прокурорының өлкән ярҙамсыһы, юстицияның кесе советнигы.
Фото: интернеттағы ирекле сығанаҡтан.