Башҡортостанда бер ғаилә бәшмәк ашап ағыуланған. Ҡыҙғанысҡа күрә, 6 йәшлек ҡыҙҙары һәләк булған.
Фажиғә Әбйәлил районының бер ауылында теркәлгән. Атаһы һәм бәләкәс ике балаһы киске аш мәлендә бәшмәк ашаған. Иртәнсәк 6 йәшлек сабыйы күҙен асмаған. 29 йәшлек ир һәм уның 2 йәшлек улы дауаханаға оҙатылған.
Әлеге мәлдә ағыуланыу осрағы тикшерелә.