Сибай үҙәк дауаханаһына “Һаулыҡ һаҡлау” милли проекты сиктәрендә заманса медицина ҡорамалдары ҡайтарылыу дауам итә. Ошо көндәрҙә медицина учреждениеһына Башҡортостан Республикаһының Һаулыҡ һаҡлау министрлығының COVID программаһы буйынса “Авента-М” үпкә вентиляцияһы яһалма аппараты килде.
--“Авента-М” аппараты юғары класлы мобиль ҡоролма. Ул балаларға һәм өлкәндәргә тиҙ һәм респиратор ярҙамы күрһәтеүҙә ҡулланыла. Оло пациенттарға уның аша оҙайлы процедура үткәрергә мөмкин. Шулай уҡ реанимация бүлегендә тән ауырлғы 5 килограмдан өҫтә булған балаларға ярҙам күрһәтелә,--ти үҙәк дауахана табиптары.
#нацпроекты#миллипроекттар