Бөтә яңылыҡтар
Новости
10 Август 2020, 19:50

Йәшел төймә—йырсы шәп, ҡыҙылы -- бик йәл

Сибай ҡалаһының "Мир" йәштәр йортонда XV "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың l туры онлайн форматта дауам итә.Абруйлы жюри составы яңырған: А.К.Тимеров, И.Ф.Аралбаев, С.Р.Моратова, Р.М.Алтыншин, Р.С.Шаһбалов, Э.И.Әхмәтйәнова. Тағы шундай яңылыҡ бар: жюри халыҡ йырҙарын башҡарыусыны моңло тип тапһа, йәшел төймәгә баҫа. Йырҙы еренә еткереп йырламаусыларҙы ҡыҙыл төҫ туҡтата.

Сибай ҡалаһының "Мир" йәштәр йортонда XV "Ирәндек моңдары" башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың l туры онлайн форматта дауам итә.
Бәйгеселәрҙе республиканың мәҙәниәт министры Әминә Ивний ҡыҙы Шафиҡова сәләмләне.
Беренсе турҙы балалар сығыштары асты. Бөгөн абруйлы жюри балаларҙың 56 видеояҙмаһын ҡарай.
Шулай уҡ кис һәм иртәгә улар 139 халыҡ йырын башҡарыусыларҙы тыңлай. Шуларҙың 36-һы профессиональ йырсыларҙың сығыштары.
Абруйлы жюри составы яңырған: А.К.Тимеров, И.Ф.Аралбаев, С.Р.Моратова, Р.М.Алтыншин, Р.С.Шаһбалов, Э.И.Әхмәтйәнова. Тағы шундай яңылыҡ бар: жюри халыҡ йырҙарын башҡарыусыны моңло тип тапһа, йәшел төймәгә баҫа. Йырҙы еренә еткереп йырламаусыларҙы ҡыҙыл төҫ туҡтата.
Йылдағыса Башҡортостандың ҡала- райондарынан, Мәскәү, Санкт-Петербург ҡалаларынан, Ханты-Манси автономлы округынан йырсылар бик теләп ҡатнаша.