Коронавирус инфекцияһы менән әлеге көндә республикала 7024 кеше ауырый. Уларҙың 34-е яңы осраҡ. Стационарҙа 298 кеше дауалана, 29 пациент ауыр хәлдә, уларҙың 9-ы яһалма тын алыу аппаратында. 1339 кеше амбулатор дауаланыу үтә. Һуңғы тәүлек эсендә дауахананан 34 кеше дауаланып сыҡҡан, ә 1 кеше үлгән. Дөйөм алғанда республикала нәҡ ошо сир менән үлеүселәр һаны - 25.