АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 13:50

ҮҘГӘРЕШТӘР ИНДЕРЕЛДЕ

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 18 мартында ҡабул ителгән УГ-111 һанлы указына үҙгәреш индерҙе. Уға ярашлы, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа, транспорт хеҙмәте күрһәтеүсе предприятиеларҙа көн һайын дезинфекция үткәрелергә тейеш, шулай уҡ коронавирус инфекцияһынан профилактик саралар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Битлек һәм бирсәткәһеҙ үтеү ҙә тыйыла."Башавтотранс" йәмғиәте һәм шәхси эшҡыуарҙар автобус салондарына дезинфекция саралары ҡуйырға, битлекһеҙ пассажирҙарҙы индермәҫкә тейеш.Рәсәй Премьер-Лигаһының 2020/2021 миҙгеленең матчтарын үткәреү санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәп кенә үткәрелә, тамашасы трибунаһын тулыландырыу 25 проценттан артмаҫҡа тейеш.

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров 2020 йылдың 18 мартында ҡабул ителгән УГ-111 һанлы указына үҙгәреш индерҙе. Уға ярашлы, халыҡ күпләп йыйылған урындарҙа, транспорт хеҙмәте күрһәтеүсе предприятиеларҙа көн һайын дезинфекция үткәрелергә тейеш, шулай уҡ коронавирус инфекцияһынан профилактик саралар менән тәьмин итеү бурысы ҡуйылған. Битлек һәм бирсәткәһеҙ үтеү ҙә тыйыла.
"Башавтотранс" йәмғиәте һәм шәхси эшҡыуарҙар автобус салондарына дезинфекция саралары ҡуйырға, битлекһеҙ пассажирҙарҙы индермәҫкә тейеш.
Рәсәй Премьер-Лигаһының 2020/2021 миҙгеленең матчтарын үткәреү санитар-эпидемиологик талаптарҙы ҡәтғи үтәп кенә үткәрелә, тамашасы трибунаһын тулыландырыу 25 проценттан артмаҫҡа тейеш.