Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 20:05

БАЙМАҠТАР ШАТЛАНА

Бөгөн Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис һәм Аҡморон ауылы халҡы оло шатлыҡ кисерҙе.

Бөгөн Баймаҡ районының Түбәнге Иҙрис һәм Аҡморон ауылы халҡы оло шатлыҡ кисерҙе.
Түбәнге Иҙристә фельдшер-акушерлыҡ пункты асылды, ул заманса ҡоролмалар менән йыһазландырылған, унда пациенттарҙы ҡабул итеү, процедура бүлмәләре эшләй.
Аҡморон мәктәбендә яңыртылған спортзал сафҡа инде. «Белем үҫтереү» программаһы сиктәрендә бында ишектәр, иҙән, яҡтыртыу селтәрҙәре яңыртылды, стеналар буялды.
"Бөгөн асылған заманса объекттар халыҡҡа оҙаҡ йылдар хеҙмәт итһен! Барығыҙға ла уңыштар, ныҡлы һаулыҡ һәм именлек теләйем",--ти социаль селтәрҙәге үҙ сәхифәһендә район башлығы Фәнис Әминев.