Бөтә яңылыҡтар
Новости
8 Август 2020, 14:35

АФАРИН, БАЙРАС!

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы ата-әсәләре оло шатлыҡтары менән уртаҡлашырға ашыға. Быйыл 1-се класҡа барасаҡ балаларға ауылдаштары Байрас Азаматов мәктәп йыйылмаһы бүләк иткән.--Икенсе ҡыҙыбыҙ Гөлфинә мәктәпкә йыйына. Көтмәгәндә Байрастан бүләк алыу беҙҙе, ата-әсәләрҙе, бик ныҡ ҡыуандырҙы. Йәш, булдыҡлы, заман менән бергә атлаусы, һәр яҡлап үҫешеүсе ауылдашыбыҙ Байрас Азаматовҡа бары тик уңыштар теләйбеҙ. Ҡылған изгелеге үҙенә мең сауап булып ҡайтһын,--ти Гөлнара Солтангәрәева.Беҙ ҙә ата-әсәләргә ҡушылабыҙ һәм Байрасҡа тик уңыштар теләйбеҙ. Афарин!

Баймаҡ районы Беренсе Этҡол ауылы ата-әсәләре оло шатлыҡтары менән уртаҡлашырға ашыға. Быйыл 1-се класҡа барасаҡ балаларға ауылдаштары Байрас Азаматов мәктәп йыйылмаһы бүләк иткән.
--Икенсе ҡыҙыбыҙ Гөлфинә мәктәпкә йыйына. Көтмәгәндә Байрастан бүләк алыу беҙҙе, ата-әсәләрҙе, бик ныҡ ҡыуандырҙы. Йәш, булдыҡлы, заман менән бергә атлаусы, һәр яҡлап үҫешеүсе ауылдашыбыҙ Байрас Азаматовҡа бары тик уңыштар теләйбеҙ. Ҡылған изгелеге үҙенә мең сауап булып ҡайтһын,--ти Гөлнара Солтангәрәева.
Беҙ ҙә ата-әсәләргә ҡушылабыҙ һәм Байрасҡа тик уңыштар теләйбеҙ. Афарин!