Зауыҡлы биләмәләр йылында һәм“Торлаҡ-коммуналь хужалығы һәм ҡала мөхите”милли проекты сиктәрендә Хәйбулла районының Бүребай ҡасабаһын төҙөкләндереүгә айырым иғтибар бүленә. Таҙа, ыҡсым автобус туҡталыштары ерлеккә биҙәк кенә булыуын иҫәпкә алып, Бүребай тау-байыҡтырыу комбинаты етәкселеге туҡталыштарҙы яңырта башлаған. Был, әлбиттә, үҙ предприятиеһы эшселәренең мәнфәғәтен ҡайғыртыу ҙа. Эш транспортын көткәндә ышыҡланырлыҡ урын булыу хәүефһеҙлекте кәметә, кешеләрҙе ел-дауылдан, ямғырҙан һаҡлай.
Ошо арала туҡталыштар Геолог разведкаһы биҫтәһенең Геологтар урамына, Шайморатов урамында “Купец” магазины янына, Фрунзе урамында “Нур” магазины ҡаршыһына ҡуйыласаҡ.