Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 13:00

Ғүмерҙе оҙайтыр бер көн

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тигәндәй, һаулыҡҡа бағышланған бер көн ғүмерҙе әллә күпмегә оҙайтыуы ихтимал. Тап шуның өсөн илебеҙҙә 40 йәштән үткәндәргә 1 көн өҫтәмә ял бирелә.

Йәйҙең бер көнө ҡышты туйҙыра тигәндәй, һаулыҡҡа бағышланған бер көн ғүмерҙе әллә күпмегә оҙайтыуы ихтимал. Тап шуның өсөн илебеҙҙә 40 йәштән үткәндәргә 1 көн өҫтәмә ял бирелә.
Рәсәйҙең “Хеҙмәт кодексы”на ошо хаҡтағы үҙгәреште индереү тураһында закон 11 августан ғәмәлгә инә.
Эшләп йөрөгән, йәше 40-тан өҫтә булған граждандар йылына бер тапҡыр диспансеризация үтер өсөн 1 көн ял алыу хоҡуғына эйә. Был көн өсөн эш хаҡы түләнә. Өҫтәмә ялын табиптарға күренеп үткәреүен кеше медицина справкаһы менән иҫбатларға тейеш.
Яңы закон диспансеризация форсаты менән файҙаланыуҙы арттырыр, эшләп йөрөгән рәсәйлеләрҙең һаулығын һаҡлауға булышлыҡ итер, яман ауырыуҙарҙы ваҡытында киҫәтеп, үлем осраҡтары кәмер, тип күҙаллана.
Читайте нас: