Бөтә яңылыҡтар
Новости
7 Август 2020, 11:35

Илдәрҙең ҡушылыу сәбәбе нимәлә?

Белоруссия Президенты Александр Лукашенко Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин менән осрашыу ваҡытында илдәр араһында тигеҙ хоҡуҡлы союз булдырыу тураһындағы фекере менән бүлешкәйне.

Белоруссия Президенты Александр Лукашенко Рәсәй премьер-министры Михаил Мишустин менән осрашыу ваҡытында илдәр араһында тигеҙ хоҡуҡлы союз булдырыу тураһындағы фекере менән бүлешкәйне. Бөгөн иһә Украина журналистарына уны ҡушылған илдәр Дәүләт Думаһының спикеры итеп саҡырмауҙары тураһында белдергән.
“Илдәр ниндәй генә уңайлы шарттар тыуҙырыу өсөн ҡушылырға теләһә лә, беҙҙең халыҡ быны ҡабул итмәйәсәк. Бындай интеграцияны 20-25 йыл элек СССР тарҡалғандан һуң эшләргә кәрәк ине”-тигән А.Лукашенко.
Рәсәй һәм Белоруссия араһындағы союздаш дәүләт төҙөү тураһындағы килешеүгә 1999 йылда ҡул ҡуйылғайны. “Юл картаһының” төп пункты - оборона өлкәһендә берҙәм стратегиялар төҙөү.
#ВВПУТИН
Читайте нас: