АТАЙСАЛ
-23 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 11:40

Квадрокоптерҙар янғынды киҫәтә

Төбәктең урман янғындарын киҫәтеү һәм һүндереү үҙәге белгестәре «DJI Mavic 2 Enterprise» маркалы квадрокоптерҙар менән тәьмин ителгән. Заманса ҡорамалдар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк программаһына ярашлы ҡайтарылған.

Республикала урман янғындарын киҫәтеү һәм һүндереү өсөн квадрокоптерҙар һатып алынған.
Төбәктең урман янғындарын киҫәтеү һәм һүндереү үҙәге белгестәре «DJI Mavic 2 Enterprise» маркалы квадрокоптерҙар менән тәьмин ителгән. Заманса ҡорамалдар “Экология” милли проектының “Урмандарҙы һаҡлау” төбәк программаһына ярашлы ҡайтарылған.
Квадрокоптерҙар ғәҙәттән тыш хәлдәрҙе ваҡытында асыҡларға ярҙам итә.
Ҡыҙғанысҡа күрә, Башҡортостанда әлеге көндә лә урмандар яныу дауам итә. Ошо көндәрҙә генә Бөрйән, Белорет, Йылайыр райондарында бер нисә гектар майҙанда ағастар янып, көлгә әйләнгән.
#нацпроекты#миллипроекттар