АТАЙСАЛ
-16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
6 Август 2020, 10:00

Француздарҙың башҡорт балы ашағыһы килә

Француз инвесторҙары Башҡортостанда 50 мең бал ҡорто ғаиләһенә тәғәйенләнгән ҙур умарталыҡ асырға уйлай.

Француз инвесторҙары Башҡортостанда 50 мең бал ҡорто ғаиләһенә тәғәйенләнгән ҙур умарталыҡ аса. Патрик Хоффман менән Антуан Менделовичтар башҡорт балын донъя буйлап һатырға иҫәп тота.
Әлеге сара уникаль Бөрйән бал ҡортон һаҡлап ҡалырға мөмкинлек бирер, тип көтөлә. Был хаҡта республика Башлығы Радий Хәбиров фейсбукта хәбәр иткән. Яҙмаһына фотоһүрәттәр ҙә ҡуйған.
--Ә 20 йыл элек, француздар Башҡортостанда бал етештерә башлар, тип кем уйлаған? Тик хәҙерге глобаль донъя ул шундай, һәм был бик шәп, тип уйлайым, – тип яҙҙы Радий Фәрит улы социаль селтәрҙәге сәхифәһендә.