Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 19:37

Йәштәр форумы беренсе тапҡыр онлайн форматта уҙасаҡ

Сарла ҡатнашыусылар округтың ҙур корпорацияларына эшкә урынлаша аласаҡ.

10-нан 26-сы авгусҡа тиклем «Машук» XI йәштәр форумы онлайн режимда уҙасаҡ. Форумдың интернет платформаһы йолаға әүерелгән мәҙәни һәм белем биреү форматтарынан тыш, ҡатнашыусыларҙың географияһын киңәйтеүгә яңы мөмкинлектәр бирә. Сарала ҡатнашыу өсөн 18-ҙән 30 йәшкә тиклемге һәр теләгән кеше АИС “Рәсәй йәштәре”-ндә ғариза ҡалдыра ала.
Форум йәштәргә, физик яҡтан мөмкинлектәре сикләнгәндәргә һөҙөмтәле һәм уңайлы аралашыуҙы тәьмин итә, йыл әйләнәһенә цифрлы мөхит булдырыу һәм үҫтереү буйынса уникаль урын буласаҡ.
«Карьера оҫтаханаһы» тип аталған онлайн-майҙанында форумда ҡатнашыусыларға Төньяҡ-Кавказ федераль округына эшкә саҡырыусылар менән дә осрашыу уҙғарыласаҡ, грант конкурстарында ҡатнашыу өсөн социаль проектлау өлкәһендә белемдәрен киңәйтеү, вакансиялар йәрминкәһендә ҡатнашыу мөмкинлеге булдырыла. Сарла ҡатнашыусылар округтың ҙур корпорацияларына эшкә урынлаша аласаҡ.
Форумда ҡатнашыу өсөн Башҡортостан Республикаһынан бөтәһе 28 кеше ғариза ҡалдырған. Уларҙың барыһы ла һайлау турын уңышлы үткән һәм 11 августан сарала ҡатнаша ала.