Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 12:00

Шәп линия сафҡа инә

Башҡортостанда ҡаты көнкүреш ҡалдыҡтары менән эшләүсе «Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» төбәк операторы сүп-сарҙы сортировкалау буйынса мобиль линияны сафҡа индерә. Ул республиканың 14 районынын хеҙмәтләндерәсәк.

«Ҡаланы йыйыштырыу буйынса махсус автохужалыҡ» йәмғиәте директорының беренсе урынбаҫары Ринат Биккинин белдереүенсә, Өфөнөң Яңы Черкасс полигонында урынлашҡан яңы линия сүп-сарҙы урында тиҙ эшкәртеп кенә ҡалмай, маневрлығы һәм биләмәләрҙе максималь, шул иҫәптән төпкөлдәрҙе лә хеҙмәтләндереүе менән алдырасаҡ.
Башҡортостан Республикаһының Экология министрлығының матбуғат хеҙмәте билдәләүенсә, мобиль сортировка линияһының ҡеүәте йылына 50 мең тонна сүп-сар эшкәртеүгә көйләнгән.Уның пакеттарҙы ҡырҡыу өсөн бысағы, шулай уҡ бункер эсенә ҡый-һай йәбешмәһен өсөн вибраторы бар.
Бындай комплекстар “Экология” милли проектының “Таҙа ил” төбәк проекты сиктәрендә ҡалдыҡтар менән эш итеү буйынса инфраструктураны яҡшыртыу өсөн ҡулланыласаҡ.
#нацпроекты#миллипроекттар