Эпидемик күрһәткестәргә ярашлы, Рәсәй субъекты ҡаҙнаһы иҫәбенә пневмококка ҡаршы вакцина 2-5 йәшлек балаларға, хәүеф төркөмөнә ҡараған өлкәндәргә яһала (хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға, 60 йәштән өлкәндәргә, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгән, хроник үпкә сире булғандарға).
Ревакцинация планы буйынса - 40 500 балаға прививка эшләнәсәк. Медицина ойошмалары вакцина менән тулы күләмдә тәьмин ителгән. Бөгөнгө көнгә вакцинациялау планы 57,9 процентҡа үтәлгән. 2020 йылдың 15 авгусына тиклем был планды 100 процентҡа үтәү планлашытырлған.