АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
5 Август 2020, 10:36

Дәүләт наградалары менән бүләкләнәсәктәр

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы телевидениеға күсеүҙә индергән өлөштәре өсөн телекоммуникация хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы.

Рәсәй Президенты Владимир Путин һанлы телевидениеға күсеүҙә индергән өлөштәре өсөн телекоммуникация хеҙмәткәрҙәрен дәүләт наградалары менән бүләкләү тураһында Указға ҡул ҡуйҙы. Документ хоҡуҡи мәғлүмәт интернет-порталында баҫылып сыҡты.
Рәсәйҙең төрлө төбәктәренән 300-гә яҡын хеҙмәткәр бүләкләнеүселәр исемлегенә индерелгән. III дәрәжә «Ватан алдындағы хеҙмәттәре өсөн» ордены Рәсәй телевидениеһы һәм радио тапшырыуҙар селтәрҙәренең генераль директоры Андрей Романченкоға тапшырылды.
Рәсәйҙә һанлы телевидениеға күсеү 2019 йылдың февраленән башланды. Бер нисә этаптҡа бүленгән эш 14 октябрҙә тамамланды. Һанлы форматҡа күсеү халыҡҡа юғары сифатлы телеканалдар йыйылмаһын ҡарау мөмкинлеген булдырҙы.
#ВВПУТИН