“Мәғариф” милли проектына ярашлы уҙғарылған «Башҡортостан йәштәре йыйыны» мәғариф-мәҙәни форумы «Мораҙым тарлауығы» тәбиғәт паркы биләмәһендә үтә. Бында палатка лагеры ойоштороласаҡ, белем биреү майҙансыҡтары, спорт уйындары һәм күңелле ял өсөн тейешле шарттар әҙерләнә. Форумды Бөтә донъя башҡорттары ҡоролтайы һәм Башҡортостан Республикаһы Йәштәр сәйәсәте һәм спорт министрлығы ярҙамы менән «Йәштәр сәйәсәте лигаһы» йәштәр башланғыстарын үҫтереү ойошмаһы ойоштора.