Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 11:00

ЯРАЙ ӘЛЕ ИҪӘН ҠАЛҒАН...

Сибай ҡалаһында 7 йәшлек ҡыҙ ихата алдында уйнап йөрөгәндә күңелһеҙ хәлгә тарый...

Ошо көндәрҙә Сибай ҡалаһында 7 йәшлек ҡыҙ ихата алдында уйнап йөрөгәндә күңелһеҙ хәлгә тарый. “Башҡортостан” дәүләт теле-радио компанияһы хәбәр итеүенсә, ул көндө ҡыҙыҡай ағаһы менән Ветерандар урамы ихатаһында уйнап йөрөгән була. Шул ваҡытта футбол ҡапҡаһы уның өҫтөнә ауа. Тимер ҡоролма ҡыҙҙың башын ауыр яралай. Бәхеткә күрә, ул иҫән ҡалған, әле ул дауаханала.
Ни өсөн былай килеп сыҡҡан, был ҡапҡалар кемдең яуаплылығында - был һорауҙарҙы асыҡлау маҡсатында республика прокуратураһы тикшереү ойошторған. Шулай уҡ спорт ҡоролмаһын ҡуйғанда хәүефһеҙлек ҡағиҙәләре үтәлгәнме-юҡмы икәнлеге лә асыҡланасаҡ.
Фото: "Башинформ"