АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
3 Август 2020, 21:14

Республикала урып йыйыу эштәре башланды

25 район яҙғы иген культураларын йыйыуға төштө. Уҙған йылдағы уртаса уңыш менән сағыштырғанда, быйылғы күрһәткес күпкә юғарыраҡ. Элеваторҙар игенде ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Ужым иген культуралары сәселгән майҙандарҙың 30%-ында (йәмғеһе 100 мең га) йыйылған да инде.

Ниһайәт, республикала урып йыйыу эштәре башланды. Бөгөнгө көндә ужым иген культураларының уртаса уңышы 28,2 ц/га тәшкил итә. Был үткән йылға ҡарағанда 28 %-ҡа күберәк. Башҡортостан Хөкүмәтендә уҙған оператив кәңәшмәлә вице-премьер – ауыл хужалығы министры Илшат Фәзрахманов ощондай мәғлүмәт менән таныштырҙы:
–25 район яҙғы иген культураларын йыйыуға төштө. Уҙған йылдағы уртаса уңыш менән сағыштырғанда, быйылғы күрһәткес күпкә юғарыраҡ. Элеваторҙар игенде ҡабул итергә тулыһынса әҙер. Ужым иген культуралары сәселгән майҙандарҙың 30%-ында (йәмғеһе 100 мең га) йыйылған да инде.
- Агросәнәғәт комплексы беҙҙең тормоштоң арҡа һөйәге булып тора. Ул бер туҡтауһыҙ үҫешә, ил иҡтисады өсөн тик ыңғай күрһәткестәр генә бирә. Был өлкәлә эшләүселәргә сикһеҙ рәхмәтлемен, - тине Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров.