Рәсәй Президенты В.В.Путин 40 йәштән өлкәндәргә диспансеризация үтеү өсөн түләүле ял көнө булдырыу Законына ҡул ҡуйҙы. Әлегә тиклем Хеҙмәт кодексы буйынса хеҙмәткәрҙәргә өс йылға бер тапҡыр ғына һаулығын тикшереү өсөн түләүле ял алып файҙаланыу рөхсәт ителде. Диспанцеризация үтеү арҡаһында Эш урынында булмауын раҫлау өсөн, хеҙмәткәрҙәргә дауахананан белешмә алырға тура киләсәк.