Бөтә яңылыҡтар
Новости
2 Август 2020, 21:15

Десантсыларға - һәйкәл

Бөгөн, ғәскәрҙең юбилей датаһы уңайынан, Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында десантсыларға һәйкәл асылды.


Бөгөн ғәскәри төр барлыҡҡа килеүгә - 90 йыл. Десантсылар өсөн 2 август иң ҙур байрам иҫәпләнә.
“Ҡанатлы пехота” һуғышсылары иң мөһим һәм яуаплы бурыстарҙы үтәй, алдынғы сафтарға беренселәрҙән булып сыға. "Зәңгәр береттарға” хас батырлыҡ, ҡаһарманлыҡ, ғәйрәт һәм хәрби оҫталыҡ һәр ваҡыт ҡуйылған бурысты теүәл уңышлы үтәлеүҙең нигеҙе булып тора.
Бөгөн, ғәскәрҙең юбилей датаһы уңайынан, Хәйбулла районы Аҡьяр ауылында десантсыларға һәйкәл асылды.
Советтар Союзы, Рәсәй армияһының Һауа-десант ғәскәрҙәрендә хеҙмәт итеүселәрҙе байрамдары менән ҡотлайбыҙ!