Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 17:19

Яңы һәйкәл ҡуйыла

Афғанстан ветераны, ”Башҡортостан ветераны” төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйестәше Радик Ғәбиҙуллин төбәктә ветерандар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы институт булдырырға саҡырҙы.

30 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров “Торатау” Конгресс-холында Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре ветерандары менән осрашты.
Республика етәксеһе 2 августа илебеҙҙә Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуының 90 йыллығын билдәләйәсәктәре тураһында хәбәр итте һәм ветерандарҙы етеп килгән байрам менән ҡотланы.
– Башҡортостандың һалдаттары һәм офицерҙары ил хәрбиҙәре алышҡан һәр хәрби конфликтта батырҙарса ҡатнаша. Улар Бөйөк Ватан һуғышында ла, Афғанстанда ла, контртеррористик операцияларҙа ла хәрби ҡаһарманлыҡ күрһәтте, ҙур юғалтыуҙар кисерелһә лә улар һәр саҡ батырлыҡ өлгөһө булып тора. Республиканың патриотик рухлы, көслө егеттәре һәр саҡ хәрби хеҙмәттә, төрлө ғәскәрҙәрҙә лә юғары баһалана. 2019 йылда республиканан 156 егет Һауа-десант ғәскәрҙәренә алынған, быйыл – 110 кеше. Беҙҙең егеттәр ҡыйыу, яуаплы һәм физик яҡтан яҡшы әҙерлекле, – тине Радий Хәбиров.
Республиканың өс десантсыһы: Сергей Тулин, Александр Доставалов, Артур Ҡорбанғәлиев (һуңғы икеһе һәләк булғандан һуң наградланған) “Рәсәй Геройы” юғары исемен йөрөтә.
Ишембай ҡалаһындағы Башҡорт кадет корпусына Рәсәй Геройы Александр Доставаловтың исеме бирелгән, хәҙер иһә Артур Ҡорбанғәлиевтың да исемен мәңгеләштерергә кәрәк, - тип билдәләне төбәк етәксеһе.
Алдағы байрамға килгәндә, Радий Хәбиров десантсыларҙан күп кеше йыйылған ҙур саралар үткәреүҙән тыйылыуҙы үтенде. Башҡортостанда коронавирус инфекцияһына ҡаршы көрәш етди алып барылһа ла, эпидемиологик хәл ҡатмарлы булып ҡала.
Осрашыуҙа, йәштәрҙе патриотик йүнәлешендә тәрбиәләү мәсьәләһе лә ҡаралды. “Афғанстан ветерандарының Рәсәй союзы”ның төбәк бүлеге етәксеһе Дмитрий Глушко ветерандар ойошмаһы алып барған эштәргә киң мәғлүмәт ярҙамын күрһәтеүгә мохтажлыҡтарын белдерҙе.
Радий Хәбиров фекеренсә, йәштәр менән эшләү мөһим йүнәлеш. Шуға күрә ул эш сәфәрҙәре планына ветерандар телгә алған үрҙәге объекттарҙы ла индерергә ҡушты.
Афғанстан ветераны, ”Башҡортостан ветераны” төбәк йәмәғәт ойошмаһының рәйестәше Радик Ғәбиҙуллин төбәктә ветерандар хоҡуҡтары буйынса тулы хоҡуҡлы институт булдырырға саҡырҙы. Радий Хәбиров был башланғысты хупланы һәм республиканың ветерандар ойошмалары уртаҡ фекергә килеп, бер кандидат күрһәтергә тейешлеген иҫкәртте.
Төньяҡ Кавказдағы хәрби хәрәкәттәр ветераны, “Десантсыларға һәйкәл” проекты етәксеһе Рифат Хәйретдинов буласаҡ монументтың эскизын тәҡдим итте. 11 метрлыҡ һәйкәл баш ҡаланың Еңеү паркында урынлашасаҡ. Эпидемиологик хәлгә бәйле ул киләһе йыл, Рәсәй Һауа-десант ғәскәрҙәре ойошторолоуҙың 91 йыллығында тантаналы рәүештә асыласаҡ.