Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 16:32

“Урал аръяғы” инвестиция һабантуйында стратегик башланғыстар агентлығының генераль директоры ҡатнашасаҡ

Башҡортостан Башлығы Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорын 19 августа Сибайҙа үткәреләсәк “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйына саҡырҙы.

30 июлдә Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының Милли социаль башланғыстарҙы тормошҡа ашырыуға арналған онлайн-кәңәшмәлә ҡатнашты.
Милли социаль башланғыстарҙы башлау идеяһы менән агентлыҡтың генераль директоры Светлана Чупшева Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығының күҙәтеү советы кәңәшмәһендә бүлешкәйне. Ул йәшәйештә осраған ҡаршылыҡтар һәм проблемаларҙы бер системаға һалыуҙың һәм һәр мәсьәләгә һаҡсыл ҡарарҙар тәҡдим итеүҙең планда булыуы хаҡында әйтте. Проекттың социаль ойошмаларҙың эш һөҙөмтәлелеген арттырыу, кешеләр тормошон яҡшыртыу маҡсаты менән старт ала. Был проектты Рәсәй Президенты Владимир Путин да хупланы.
Кәңәшмәлә Светлана Чупшева Милли социаль башланғыстарҙың эшҡыуарлыҡ өлкәһендәге уңышлы тәжрибәләргә нигеҙләнеүе хаҡында белдерҙе. Инвестиция климатының милли рейтингын сафҡа индереү уның иң юғары нөктәһе.Тормош сифатын күтәреүҙәге интеграль социаль күрһәткестәр төбәктәр үҫешендә ҙур роль уйнай. Мәскәүҙәге “Boston Consulting Group” офисының башҡарма директоры Константин Полунин яңы башланғыстарҙы тиражлауҙың тәүге эшен күрһәтте. Проектты башлау буйынса әҙерлек этабы ике ай ваҡытты аласаҡ. Киләсәктә проект тураһында федераль кимәлдә һөйләшмәкселәр. Яңы рейтингты биш төбәк: Башҡортостан Республикаһы, Калининград, Кемеров, Нижегородск һәм Новгород өлкәләре һынап ҡараясаҡ.
Башҡортостан Башлығы Яңы проекттарҙы алға этәреү буйынса стратегик башланғыстар агентлығы генераль директорын 19 августа Сибайҙа үткәреләсәк “Урал аръяғы” инвестиция һабантуйына саҡырҙы.