Бөтә яңылыҡтар
Новости
31 Июль 2020, 16:54

Ағастарға бәрелеп, түңкәрелә

"ВАЗ-2107" автомобиль руле артындағы 60 йәшлек водитель машина менән идара итә алмай, юлдан ситкә оса һәм ағастарға бәрелеп, түңкәрелә.

30 июлдә Хәйбулла районының Аҡъяр- Оло Әбеш автомобиль юлының 52- се километрында юл-транспорт ваҡиғаһы теркәлә. Был хаҡта Башҡортостан буйынса дәүләт автоинспекцияһынан хәбәр итеде. "ВАЗ-2107" автомобиль руле артындағы 60 йәшлек водитель машина менән идара итә алмай, юлдан ситкә оса һәм ағастарға бәрелеп, түңкәрелә. Һөҙөмтәлә, зыян күреүсе ваҡиға урынында уҡ йән бирә. Әле авария сәбәптәре тикшерелә.
Тәүлек әйләнәһенә ЮХХДИ хеҙмәткәрҙәре тарафынан юл хәрәкәте боҙоуҙың 2300 осрағы теркәлгән, 15 юл-транспорт фажиғәһе асыҡланған, спиртлы эсемлек эскән килеш рүлгә ултырған 30 водитель туҡтатылған, аварияла ике кеше вафат булған,13-ө төрлө тән йәрәхәттәре алған.
Тағы бер тапҡыр иҫкәртәбеҙ: юлдарҙа һаҡ булығыҙ, тиҙлек режимын боҙмағыҙ, юл ҡағиҙәләрен теүәл үтәгеҙ! Һеҙҙе йорттарығыҙҙа яҡын кешеләрегеҙ көтөүен һәр саҡ иҫегеҙҙән сығармағыҙ, үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!