Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 10:59

Вакцина хәүефһеҙме?

Был турала Рәсәй Президенты В.В.Путин илдәге санитар-эпидемиологик хәл буйынса кәңәшмәлә хәбәр итте.

Коронавирус киҙеүенә ҡаршы сығарылған препарат кеше ғүмеренә хәүеф тыуҙырмауына һәм һаулыҡҡа ыңғай тәьҫир итәсәгенә ныҡлы тикшереү үткәс кенә халыҡты вакцинациялау үткәреләсәк. Был турала Рәсәй Президенты В.В.Путин илдәге санитар-эпидемиологик хәл буйынса кәңәшмә ваҡытында хәбәр итте.
“Препаратҡа ышаныс ныҡлы булырға тейеш. Вакциналарҙың һөҙөмтәлелеген һәм хәүефһеҙлеген иҫбат итеү - мөһим талаптар. Илебеҙ өсөн халыҡтың һаулығын һәм ғүмерен һаҡлап ҡалыу беҙҙең төп бурыс. Шуның өсөн аңлы рәүештә эш итергә кәрәк,” - тине В.В.Путин.
#ВВПУТИН
Читайте нас: