Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 17:52

Иғтибар! Яңы проект эш башланы

Конкурста еңеүселәрҙең береһе - «Башҡортостан Республикаһы Медицина Палатаһы» Медицина берләшмәләре союзы. Улар “Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәре буйынса эшләр алдынан аккредитация үтеүгә әҙерләү һәм уҡытыу” белем биреү проектын тормошҡа ашырыу өсөн 700 мең һум грант алды.

Быйыл Башҡортостан Республикаһы гражданлыҡ йәмғиәтенә булышлыҡ итеү фонды граждандар йәмғиәте институттары үҫешендә ҡатнашыусы һәм ижтимағи әһәмиәтле программаларҙы, проекттарҙы тормошҡа ашырыуҙа ҡатнашыусы коммерцияға ҡарамаған ойошмаларға гранттар биреү конкурсы үткәрелде.
Конкурста еңеүселәрҙең береһе - «Башҡортостан Республикаһы Медицина Палатаһы» Медицина берләшмәләре союзы. Улар “Медицина хеҙмәткәрҙәрен һөнәре буйынса эшләр алдынан аккредитация үтеүгә әҙерләү һәм уҡытыу” белем биреү проектын тормошҡа ашырыу өсөн 700 мең һум грант алды.
Башҡортостан Республикаһы Медпалата рәйесе Дамира Сабирйәнова белдереүенсә, был проект сертификациянан аккредитацияға күсеүҙә медицина хеҙмәткәрҙәренә ярҙам итеү маҡсаты менән башҡарылды.
Проектты тормошҡа ашырыу сиктәрендә аккредитация үтеү өсөн 200-ҙән ашыу медицина хеҙмәткәрҙәре теоретик һәм практик белем аласаҡ.