Бөтә яңылыҡтар
Новости
30 Июль 2020, 17:06

Баш ҡала буйлап сәйәхәт

Экскурсияларға эләгеү өсөн тәү сиратта terrabashkiria.ru: https://terrabashkiria.ru/open-bashkortastan/ufa/ сайтында теркәлергә кәрәк.

Өфөлә түләүһеҙ йәйәүле экскурсиялар башланды. Был турала мәғлүмәт terrabashkiria.ru сайтында баҫылып сыҡты. Баш ҡалабыҙ Өфө буйлап профессиональ гид менән ойошторолған экскурсияла 300 ашыу кеше ҡатнашып өлгөргән дә инде. Сара 12-15 кешенән торған төркөмдәр йыйылыу менән 19.00 һәм 20.30 сәғәт арауығында 15 минут һайын «TERRA BASHKIRIA» арт-объектынан башлана.
Был экскурсияларҙы республиканың Туризм буйынса дәүләт комитеты, Өфө ҡалаһы хакимиәте, республиканың сәйәхәттәр гильдияһы һәм “Баш ҡала” туристик фирмаһы ойошторҙо.
Был ҡыҙыҡтырғыс сарала ҡатнашыусыларға төп талап - һаҡланыу битлегенең булыуы һәм социаль дистанция һаҡлау. Башҡортостан Башлығының юғары әҙерлек режимы тураһындағы указына ярашлы, 65 йәштән өлкәндәр өсөн үҙизоляция режимы һаҡлана. Шулай уҡ экскурсияларға сирләгәндәр һәм киҙеү симптомдары булғандар йәлеп ителмәй.
Экскурсияларға эләгеү өсөн тәү сиратта terrabashkiria.ru: https://terrabashkiria.ru/open-bashkortastan/ufa/ сайтында теркәлергә кәрәк. Электрон бланкта исем-фамилия, бәйләнеш өсөн мәғлүмәттәр, экскурсияның көнө һәм ваҡыты, нисә кеше булыуын күрһәтеү шарт.