АТАЙСАЛ
+16 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 11:33

Төркиә һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәр нығына

Төркиә һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса адымдар һөйләшеүҙең тағын бер темаһы булды.

Рәсәй һәм Төркиә Президенттары Владимир Путин менән Рәджәп Тайип Эрдоган телефон аша һөйләште. Дәүләт башлыҡтары Ливия һәм Сүриәләге хәлде тикшерҙе, тип хәбәр итә Anadolu каналы. Улар шулай ук Әрмәнстан менән Әзербайджан сигендәге эскалация сәбәбе буйынса ла фекер алышты.
Төркиә һәм Рәсәй араһындағы мөнәсәбәттәрҙе нығытыу буйынса адымдар һөйләшеүҙең тағын бер темаһы булды.
Кремлдең матбуғат хеҙмәте, ике яҡ та Кавказ аръяғындағы конфликттың тыныс саралар менән хәл ителеүендә ҡыҙыҡһыныу белдерҙе, тип хәбәр итте.
#ВВПУТИН