Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 15:30

Пневмококҡа ҡаршы вакцина алына

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һаулыҡ һаҡлау тармағына бәйле мөһим яңылыҡтар менән уртаҡлашты...

Башҡортостан Башлығы Радий Хәбиров социаль селтәрҙәрҙә һаулыҡ һаҡлау тармағына бәйле мөһим яңылыҡтар менән уртаҡлашты:
“Коронавирус киҙеүе таралыу ҡурҡынысы янауына ҡарамаҫтан, башҡа ҡурҡыныс инфекциялар тураһында ла оноторға ярамай. Табиптарыбыҙ ни тиклем кеше һаулығы өсөн көрәшһә лә, кешеләрҙең үлеме йышая. Быйыл пневмонияға килтергән пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина алыуҙы биш тапҡырға арттырҙыҡ.
Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, пневмониялар һаны һаман да арта. Быға тиклем алынған вакциналар тик бәләкәй йәштәге балалар һәм армияға саҡырылғандар өсөн генә етә ине. Ә хәүеф төркөмөнә ингән өлкәндәр өсөн (тын юлы, үпкә сирҙәре булған 60 йәштән өлкәндәр) быларҙан һаҡланыу саралары күрелмәне тиерлек. Шуға күрә үҙебеҙҙең эпидемиологтар менән кәңәшләшеп, республикала был ауырыуҙарҙан үлем осраҡтарын кәметеү өсөн сиргә тиҙ бирешкән кешеләр араһында ныҡлы иммунитет ҡатламы булдырырға ҡарар иттек. Быйыл бөтәһе был вакцинаны 93800 кеше аласаҡ, уларҙың 43800-ө – балалар. Киләһе йылдарҙа ла темптар ошо кимәлдә һаҡланасаҡ, был өлкәндәрҙе әлеге ҡурҡыныс инфекциянан тулыһынса һаҡлау өсөн эшләнелә. Тикшеренеүҙәр күрһәтеүенсә, пневмококктан иммунитет өлкәндәрҙә биш йылдан ашыуға һаҡлана.”
Читайте нас: