АТАЙСАЛ
+13 °С
Болотло
Антитеррор
Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 16:00

Халыҡты вакцинациялау бара

Өлкән йәштәгеләрҙе вакцинациялауҙы 15 августҡа тиклем тамамларға планлаштырылған.

Пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцина иҫкәртеү прививкаларының милли календарына индерелгән. Уның сиктәрендә, федераль ҡаҙна иҫәбенә вакцинация бер йәшкә тиклемге сабыйҙарға (2 һәм 4,5 айҙа), ревакцинация 15 айлыҡ балаларға яһала.
Эпидемик күрһәткестәргә ярашлы, Рәсәй субъекты ҡаҙнаһы иҫәбенә пневмококка ҡаршы вакцина 2-5 йәшлек балаларға, хәүеф төркөмөнә ҡараған өлкәндәргә яһала (хәрби хеҙмәткә саҡырылғандарға, 60 йәштән өлкәндәргә, социаль хеҙмәтләндереү учреждениеларында йәшәгән, хроник үпкә сире булғандарға).
План буйынса 2020 йылда пневмококк инфекцияһына ҡаршы вакцинация 93 800 кешегә, шул иҫәптән 43 800 балаға үткәрелергә тейеш.
Ревакцинация планы буйынса - 40 500 балаға прививка эшләнәсәк. Медицина ойошмалары вакцина менән тулы күләмдә тәьмин ителгән. Рәсми мәғлүмәттәр буйынса, быйыл 6 айында балаларҙы вакцинациялау планы - 41,6 процентҡа (18 213 кеше), ревакцинациялау планы 36, 4 процентҡа (14 744 кеше) үтәлгән.
Өлкән йәштәгеләргә килгәндә, "Башҡортостанда һаулыҡ һаҡлау" дәүләт программаһы сиктәрендә, республика ҡаҙнаһынан бүленгән сараларға пневмококк инфекцияһына ҡаршы прививка эшләү өсөн 40 525 доза вакцина һатып алынған. Шул иҫәптән, хәрби хеҙмәткә саҡырылыусылар өсөн - 10 000 доза; үпкә сирҙәренән яфаланған 60 йәштән өлкәндәр өсөн - 30 525 доза.
Вакциналарҙың төрөнә килгәндә, 20 000 доза "Пневмовакс®23" вакцинаһына, ә 20 525 дозаһы "Превенар®13" вакцинаһына тура килә. Уларҙың дөйөм хаҡы - 80 111,54 мең һум тәшкил итә. Бынан тыш Башҡортостандың резерв фондынан бүленгән өҫтәмә сараларға 10 001 доза "Превенар®13" вакцинаһы һатып алынған (15 187,82 мең һум тора). Улар 27 июлдә медицина учреждениеларына ҡайтарылған.
Әлеге ваҡытта яҙғы хәрби саҡырылыш үтте, ә өлкән йәштәгеләрҙе вакцинациялауҙы 15 августҡа тиклем тамамларға планлаштырылған.
27 июлгә пневмококк инфекцияһына ҡаршы прививка 21 482 өлкән кешегә, шул иҫәптән 5144 хәрби хеҙмәткә саҡырылыусыға, тағы ла 16 338-е 60 йәшен үткәндәргә яһалған.
Социаль хеҙмәтләндереү учреждениеһында йәшәгән һәм вакцинация эшләнергә тейешле категорияға ҡараған кешеләр өсөн финанс саралары Рәсәй Һаулыҡ һаҡлау министрлығы тарафынан "Өлкән быуын" граждандарҙы системалы хәстәрләү һәм уларҙың тормош сифатын күтәреү программаһына ярашлы, федераль саралар ҡаҙна-ара башҡа төрлө трансферттар ярҙамында күсерелгән һәм 627,800 мең һум тәшкил итә. Шулай уҡ, "Демография" милли проекты сиктәрендә федераль ҡаҙна иҫәбенә 379 дозала "Превенар®13" вакцинаһы һатып алынған ( 627,358 мең һум) һәм медицина учреждениеларына таратылған.