Бөтә яңылыҡтар
Новости
29 Июль 2020, 13:05

ҠАҒИҘӘНЕ ҮТӘМӘҮ БӘЛӘГӘ КИЛТЕРӘ

Сибай ҡалаһында йәшәүсе 49 йәшлек ир, ВАЗ -21074 автомобиле менән идара итеп, "Volkswagen Polo" менән бәрелешкән. Асыҡланыуынса, водитель ҡыуып үтмәк булып, ҡаршы һыҙатҡа барып сыға. ВАЗ-21074 автомобиле водителе дауаханаға оҙатылған.

Был хәл 27 июлдә булды. Ҡыҙғанысҡа ҡаршы, ошоға оҡшаш хәлдәр көн дә тиерлек ҡабатланып тора. Шуға күрә, Сибай ҡалаһының юл хәрәкәте хәүефһеҙлеге инспекторҙары барығыҙҙы ла һаҡ булырға, юл ҡағиҙәләрен үтәргә саҡыра! Тиҙлек режимын боҙмағыҙ.