Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 12:15

ЙӘШӘЙ ӘЛЕ БАШҠОРТ МОҢДАРЫ

Ырымбур өлкәһендә "Йәшәй әле башҡорт моңдары" исемле халыҡ-ара онлайн конкурс башланды. Унда айырым башҡарыусылар ҙа, коллективтар ҙа ҡатнаша ала.

Ырымбур өлкәһендә "Йәшәй әле башҡорт моңдары" исемле халыҡ-ара онлайн конкурс башланды. Унда айырым башҡарыусылар ҙа, коллективтар ҙа ҡатнаша ала.
Еңеүселәрҙе ике категорияға бүлеп баһалайҙар. 18 йәшкә тиклемгеләр һәм унан өлкәндәр айырым һынау тота.
Конкурсҡа 15 августа йомғаҡ яһала. Унда ҡатнашыу өсөн 13 авгусҡа тиклем башҡорт йыры менән видеояҙмағыҙҙы [email protected] электрон почтаһына ебәрергә кәрәк. Исем-шәрифте, йыр атамаһын, бәйләнеш өсөн телефонды күрһәтеү мотлаҡ. Конкурс эштәре Ырымбур өлкәһе Башҡорт тарих-мәҙәниәт үҙәгенең YouTube каналына һалынасаҡ.
Конкурс Башҡортостан Республикаһы Мәҙәниәт министрлығы һәм Башҡортостан Республикаһы Халыҡтар дуҫлығы йорто ярҙамы менән ойошторола. Уның маҡсаты--башҡорт йырҙарын пропагандалау, милли ғөрөф-ғәҙәттәрҙе, халыҡ йолаларын һаҡлау.
#миллипроект
#нацпроект
#мәҙәниәт
#культура