Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:20

Автомобилле булғың килһә, йырла, башҡорт, киреп күкрәгең

Сәғиҙулла Байегет кенә социаль селтәрҙәрҙә автомобиль оттора тип уйлайһығыҙмы? Яңылышаһығыҙ, йәмәғәт! Сибай ҡалаһында 10-11,21-22 августа үтәсәк XV Төбәк-ара башҡорт халыҡ йырҙарын башҡарыусыларҙың “Ирәндек моңдары” конкурсында ҡатнашып та төп бүләк—автомобилле булып була. Бының өсөн башҡорт халыҡ йырын урын еренә еткереп, бөтә күңелең менән йырларға ғына кәрәк. Еңеүгә юл ауыр түгел, йырла ла төп бүләкте от!

“Мәҙәниәт” милли проекты сиктәрендә ойошторолған йыр бәйгеһендә ҡатнашырға теләүселәр 5 авгусҡа ҡәҙәр https://im.sibaytv.ru сайтына инеп электрон заявка тултырырға һәм шунда йырҙы башҡарып төшөрөлгән видеоһын беркетергә тейеш.
Йыр бәйгеһендә 7-16 йәшлек балалар, 17-65 йәшлек һәүәҫкәр йырсылар, 17-45 йәшлек профессиональ йырсылар ҡатнаша ала. Ярыш шарттары буйынса йырсылар башҡарған йырҙың тарихын белергә тейеш. Конкурс хаҡында бөтә мәғлүмәт Бәйләнештә социаль селтәренең https://vk.com/irandek_mondar сәхифәһендә урынлаштырылған. Әйткәндәй, төркөмгә яҙылырға онотмағыҙ! Белешмәләр өсөн телефон һандары: 89273453133 Гүзәл Ғиниәтовна, 89373404114 Гөлгена Мәжитовна.
Конкурстың I туры 10-11 августа онлайн режимда үткәрелә.
#нацпроекты#миллипроекттар