БЫЛ ИКЕ ТӨШӨНСӘ АРАҺЫНДА БӘЙЛӘНЕШ БАРМЫ? ҒАЛИМДАР ЫҢҒАЙ ЯУАП БИРӘ. Немец тикшеренеүсеһе Италия һәм Испанияла тикшереүҙәр үткәргәндән һуң, был илдәрҙең бысраҡ райондарында коронавирустан үлеүселәр һаны сағыштырмаса күп булыуын белдергәйне. Бөгөн ТАСС хәбәр итеүенсә, Берләшкән Милләттәр Ойошмаһының доклады баҫылып сыҡҡан. Унда ла һауа сифаты һәм коронавирус араһында бәйленеш булыуы хаҡында әйтелгән.
Берләшкән Милләттәр Ойошмаһы докладында күренеүенсә, һауаның үтә ныҡ бысраныуы коронавирустан үлеүселәр һанын күбәйтеүе бик ихтимал. Документта күренеүенсә, үлем осрағының йышайыуы һауа сифатының насарлығына бәйле. Шул ваҡытта ойошма белгестәре шуны ла асыҡлаған: пандемия мәлендә һауа бер ни тиклем таҙарған.
Быға ҡәҙәр Европа илдәре лә ошо хаҡта әйткәйне. Карантин мәлендә Испанияла, мәҫәлән, һауа күпкә яҡшырған, ундағы зыянлы матдәләр кимәле һуңғы ун йыл менән саҡыштырғанда 59 процентҡа кәмегән. Тимәк, производство эшмәкәрлегенең туҡтап тороуы, юлдарҙа транспорттың аҙайыуы ыңғай йоғонто яһаған.
БМО-ның генераль секретары "йәшел сәйәсәт"кә ҡайтырға, йәғни тирә-яҡты һаҡлау буйынса өҫтәлмә саралар күрергә саҡыра.