Бөгөнгө мәғлүмәттәр буйынса, коронавирус инфекцияһына бәйле сирлеләр 6640 кешене тәшкил итә. Шуның 33-ө яңы осраҡ. Стационарҙа 206 кеше дауалана, 36 пациент ауыр хәлдә (11-е яһалма тын алдырыу аппаратында). Амбулатор дауаланыуҙа 1464 кеше иҫәпләнә. Тәүлек эсендә 103 кеше дауахананан сығарылған. Яңы үлем осрағы тәүлек эсендә теркәлмәгән.