Бөтә яңылыҡтар
Новости
28 Июль 2020, 11:41

1 сентябрҙән балалар нисек уҡыясаҡтары билдәле булды

Рәсәй Президенты В.В.Путин уҙғарған видео-конференцияларҙың береһендә мәктәптәрҙең дистанцион уҡытыуға күсмәйәсәге тураһында белдерһә лә, ҡайһы бер төбәктәрҙә «Мәғариф мәғлүмәт мөхите» проекты тест режимында индерелә башлауы ата-әсәләрҙе ҡурҡыуға һалды.

Сираттағы эш кәңәшмәһендә Рәсәй Федерацияһының Мәғариф министры Сергей Кравцов хәбәр итеүенсә, мәктәптәрҙә дистанцион уҡыу форматы индерелмәйәсәк. Тимәк 1 сентябрҙән уҡыуҙар ғәҙәттәгесә башлана. Роспотребнадзор тәҡдим иткән бар талаптар ҙа үтәләсәк.
“Киләһе йылда балаларҙың белем кимәлен билдәләүсе тикшереүҙәр үткәреү күҙаллана. Уҡыуҙары буйынса артта ҡалғандарға методик ярҙам күрһәтеләсәк. Юғары уҡыу йорттары һәм колледж студенттары өсөн уҡыу августан башлана, был ваҡыт аралығында улар ҡалған имтихандарын, зачеттарын тапшыра ала,”-тине министр.
#В.В.Путин