Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 22:35

СИБАЙҘА - ЯҢЫ ПРОКУРОР

Башҡортостанда алты муниципалитетта яңы прокурорҙар тәғәйенләнде. Стәрлебаш, Бишбүләк, Нуриман, Өфө, Бүздәк райондарында һәм Сибай ҡалаһында яңы етәкселәр эш башлай.


Башҡортостанда алты муниципалитетта яңы прокурорҙар тәғәйенләнде. Стәрлебаш, Бишбүләк, Нуриман, Өфө, Бүздәк райондарында һәм Сибай ҡалаһында яңы етәкселәр эш башлай.
Сибай ҡалаһына 44 йәшлек Лилиә Мырҙағолова прокурор итеп тәғәйенләнде. Ул--Баймаҡ ҡыҙы. 1998 йылда Башҡорт дәүләт университетын тамамлаған. 1999 йылда прокуратурала эш башлай. Өфө ҡалаһының Калинин районы прокуратураһында прокурор ярҙамсыһы, өлкән ярҙамсыһы булып тәжрибә туплай. Унан Баймаҡ прокуратураһында прокурор ярҙамсыһы, Башҡорт тәбиғәтте һаҡлау район-ара прокуроры ярҙамсыһы, унан Сибай ҡалаһы прокурорының урынбаҫары, өлкән ярҙамсыһы була.
Башҡортостан прокуратураһының матбуғат хеҙмәтенән хәбәр итеүҙәренсә, яңы етәкселәр биш йылға тәғәйенләнде.