Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 16:45

ҠОРБАН БАЙРАМЫН МӘСЕТТӘ БИЛДӘЛӘРГӘ БУЛАМЫ?

Иртәнге намаҙ һәм хөтбә 06.00-07.00 сәғәттәр араһында уҡылып, уның ваҡыты 20 минуттан артмаҫҡа тейеш. Намаҙҙан һуң тиҙ генә таралышыу кәңәш ителә...

2020 йыл пандемия сәбәпле күп кенә өлкәгә сикләүҙәр индерелде. Был мәсеттәребеҙҙе лә урап үтмәне. Сөнки күпләп йыйылыу тыйыла. Ҡорбан байрамы яҡынлашыу сәбәпле, Башҡортостан Республикаһы мосолмандары Диниә назараты Роспотребнадзор идаралығы тәҡдим-ҡағиҙәләренә таянып хәүефһеҙлек положениеһы булдырҙы.
Иртәнге намаҙ һәм хөтбә 06.00-07.00 сәғәттәр араһында уҡылып, уның ваҡыты 20 минуттан артмаҫҡа тейеш. Намаҙҙан һуң тиҙ генә таралышыу кәңәш ителә. Байрам табыны ойоштороу тыйыла.
Мәсет эсендә, уның биләмәһендә социаль дистанция (1,5 м) тотоу кәрәк. Бының өсөн урындарҙы билдәләп сығыу зарур.
COVID-19 сире ҙур хәүеф уятҡан төркөмгә (65 йәште уҙғандар, хроник ауырыуҙар, айырыуса тын юлдары ауырыуы, йөрәк-ҡан тамырҙары системаһы, диабет менән сирлеләр) мәсеткә килеү тыйыла. Дини йорттарҙа битлек режимын үтәргә, имамдар битлек таратыу эшен ойошторорға бурыслы. Һәр кем үҙ намаҙлығын алып килергә һәм дин ҡәрҙәшенә үтә ныҡ яҡынламаҫҡа, ҡул биреп күрешмәҫкә тейеш.
Ирекмәндәрҙе йәлеп итеп, килгән бер кешенең ҡулын антисептик менән эшкәртеп тороу ҙа хуплана.
Көндән-көн сирлеләр һаны арта. Мөмкин булһа, кеше күп йөрөгән ергә барыуҙан тыйылығыҙ! Үҙегеҙҙе һәм яҡындарығыҙҙы һаҡлағыҙ!