Башҡортостанда уҙған аҙнала һыуға 15 кеше батты. Айырыуса 15-нән 19 июлгә ҡарай үлеүселәр һаны күп булды, сөнки шул мәлдә көндәр үтә эҫе торҙо.
Бөгөн Ғәҙәттән тыш хәлдәр буйынса дәүләт комитеты рәйесе Фәрит Ғүмәров диндарҙарҙы ярҙамға саҡырҙы. Тимәк, священниктар ҙа, имамдар ҙа һыуға бәйле профилактика эшен алып барасаҡ.
--Сиркәү һәм мәсеттәр менән килешеү булды. Священниктар һәм имамдар ҙа аңлатыу эше алып барасаҡ, халыҡҡа мөрәжәғәт менән сығасаҡ, -- ти Ғүмәров.