Бөтә яңылыҡтар
Новости
27 Июль 2020, 21:50

Ансамбль ярҙам итәсәк

Санкт-Петербургта Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы вафат булған. Уның кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыуҙы ансамбль үҙ өҫтөнә ала.

Санкт-Петербургта Фәйзи Ғәскәров исемендәге дәүләт академия халыҡ бейеүҙәре ансамбле солисы вафат булған. Уның кәүҙәһен тыуған яғына алып ҡайтыуҙы ансамбль үҙ өҫтөнә ала.
Кирилл Антропов--ансамбль солисы. Күптәр уның үлемен социаль селтәр аша белеп ҡала. Пандемия мәлендә транспортировка менән проблема килеп сыҡҡанға күрә, егеттең апаһы республика Башлығы Радий Хәбировтан ярҙам һорап мәрәжәғәт итә.
Кирилл Санкт-Петербургка ял итергә китә. 24 июлдә ҡайтырға тейеш була, әммә 21 июль уның үлеме хаҡында хәбәр итәләр. Егет бейектән ҡолап төшкән.
- Ансамбль дирекцияһы Кирилдың туғандары менән даими бәйләнеш тота. Үлем сәбәбе аныҡ ҡына билдәле түгел, әле тикшереү эштәре бара. Ансамбль егеттең кәүҙәһен алып ҡайтыуҙы, ерләүҙе ойоштороуҙы, финанс мәсьәләләрҙе үҙ өҫтөнә ала, - тип белдерә мәрхүмдең коллегалары.
Мәғлүмәт һәм фото "Башинформ"дан