Бөтә яңылыҡтар
Новости
26 Июль 2020, 13:05

Сертификаттар биреү тергеҙелде

Башҡортостан Республикаһы Премьер-министры урынбаҫары, Ғаилә, хеҙмәт һәм халыҡты социаль яҡлау министры Ленара Иванова хәбәр итеүенсә, 22 июлдән техник реабилитациялау сараларын һатып алыу өсөн сертификаттар биреү тергеҙелде.

2020 йылдың февралендә аҡса етмәү сәбәпле, был мәсьәлә кисектерелгәйне. Ошо арауыҡта ҙур ғына сират барлыҡҡа килде. Инвалидтар һәм инвалид балаларҙың ата-әсәләренең уларҙың йәшәйешен еңеләйткән ҡорамалдарҙы алыуға өмөттәре өҙөлгәйне инде.
Ниһайәт, был мәсьәлә ыңғай хәл ителде: оҙаҡ көткән 400 сертификат күп функциялы үҙәктәргә йүнәлтелде.
Улар 60 көнгә иҫәпләнгән, ҡорамалдарҙы техник реабилитациялау саралары менән тәьмин итеүселәрҙән һатып алып була.
Был сертификаттарҙы "Медтехника", "Медсервис+", "Мастер слуха" йәмғиәттәре, Ильясов исемле эшҡыуарҙың предприятиелары әүҙем ҡабул итә. Шуныһы ҡыуаныслы: уларҙың һаны артабан артасаҡ.
Киләсәктә инвалидтарҙың тормошон яҡшыртыуҙағы яңы ҡаҙаныштарҙы күрһәтеү маҡсатында техник реабилитациялау сараларының күргәҙмәһе ойоштороу мәсьәләһе лә ҡарала.
Читайте нас: